-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәш баҡсасыға
24 Октябрь 2023, 16:00

Алтынай кишер үҫтергән

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиҙәр. Мул уңыш алыр өсөн яҙын мәлендә сәсеп, йәйен ал-ял белмәй тырышып, көҙөн түкмәй-сәсмәй йыйып алыу ҙа мөһим.

Алтынай кишер үҫтергән
Алтынай кишер үҫтергән

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының II «В» синыфы уҡыусыһы Алтынай Урманшина быйыл үҙен баҡсасы булараҡ тәүге тап­ҡыр һынап ҡараны. Ул апрель аҙаҡтарында Ғафури районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе олатаһы менән өләсәһе янына ҡайтып, кишер сәсергә ярҙамлашты. Йәй ҡоро килеү сәбәпле, йәшелсә, емеш-еләк насар сыҡты. Ярай әле олатаһы Ғилман Вилдан улы иртәле-кисле һыу һипте.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Барыһы ла күңел һалып баҡса эшендә тырышҡас, үҫентеләр һирәкләп булһа ла баш ҡалҡытты. Йәйге каникулда Алтынай ҙа ҡул ҡаушырып ултырманы. Түтәлдәрҙе ҡый үләненән таҙартырға ярҙам итте. Әсе тир түгеп башҡарған эштең аҙағы хәйерле була. Һөҙөмтәһе лә ҡыуандыра. Алтынай ҙа ял көндәрендә ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында ҙур-ҙур кишер үҫентеләрен күреп шатланды.
«Тәбиғәтте яратам. Ундағы һәр нәмә, һәр үҫемлек минең өсөн ҡыҙыҡ. Үҙем тәрбиәләгән йәшелсәнең нисек үҫеүен дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бар­ҙым. Әсәйем менән сәскән сәскәләр ҙә күҙҙең яуын алып ултыралар. Фатирыбыҙҙа төрлө гөлдәр үҫә. Уларҙы ла тәрбиәләшәм», – ти уңған ҡыҙ Алтынай.


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: