Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.
Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20 — 30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы елләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була.
Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда эсәләр, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Сығанаҡ: ba.m.wikipedia.org.