-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәшел дарыухана
22 Август 2023, 21:00

Боланут

Боланут (урыҫса иван-чай, кипрей) – күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 1 - 1,5 метр тирәһе, июнь - август айҙарында сәскә ата. Урман ситендә, юлдар эргәһендә, ҡырҡындыларҙа һәм ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.

Боланут
Боланут

Боланут – дарыу үләне. Уны сит илдәрҙә «урыҫ сәйе» тип тә йөрөткәндәр, сөнки батша заманында күпләп етештереп, ситкә ебәргәндәр. Копорье тигән ауылда әҙерләп, ҡаптарға төрөп оҙатылғанлыҡтан, «копорье сәйе» тигән атамаһы ла бар.

Сәйе һаулыҡҡа файҙалы, ҡан яңырыуына, тамырҙар нығыныуына, тәндән ағыуҙы сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә ярҙам итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.

Сығанаҡ: ba.wikipedia.org.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: