Дегәнәк, йәки әрекмән – әрһеҙ үҫемлек, ташландыҡ ерҙә, юл, соҡор тирәһендә, баҡсаларҙа, торлаҡ эргәһендә үҫә. Скандинавиянан Урта диңгеҙгәсә, Британ утрауҙарынан Япония һәм Ҡытайға тиклем таралған. 10 төрө билдәле, Башҡортостанда дүртәүһе үҫә.
Быуын һыҙлағанда япрағы ҡулланыла, майы иһә – сәсте үҫтерә, тамырын нығыта торған шәп сара! Шулай уҡ уның менән тире ауырыуҙарын дауалайҙар, бөжәктәр тешләгән урындарға һөртәләр. Ашарҙан алда һутын эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә: бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Яман шештәр ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Шешенгәндә сәй итеп ҡайнатып эсергә кәңәш итәләр. Хатта тәмле ҡайнатма ла әҙерләргә була унан! Файҙаһы бының менән генә сикләнмәй, тик мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Япондар дегәнәктән ризыҡтар бешерә: ит, балыҡ менән бергә ҡуллана, ашҡа һала икән. Ҡафтау халыҡтары иһә тамырынан сей көйө турама әҙерләй. Тик тәүге йыл үҫкәнен тотонорға кәрәк, имеш.
Сығанаҡ: ba.wikipedia.org.