+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәшел дарыухана
1 Октябрь 2023, 19:00

Һары мәтрүшкә

Һары мәтрүшкә (зверобо́й продыря́вленный, зверобо́й обыкнове́нный) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30 — 100 см. Июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата, июнь — сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Һары мәтрүшкә
Һары мәтрүшкә

Европала Атлантик океандан алып Себер, Монголия, Ҡытайға тиклем таралған. Төньяҡ Африкала осрай. Күсерелгән үҫемлек булараҡ Яңы Зеландия, Япония, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала үҫә. Башҡортостанда киң таралған, бигерәк тә Көньяҡ Уралда күпләп осрай.

Дауаға ярағаны борондан билдәле. Дарыуға уның япрағы ваҡ ҡына тишеклеһен ҡулланалар. Төнәтмәһен ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, бауыр һәм үт ҡыуығын дауалағанда эсәләр, тамаҡ шешкәндә һарҡынтыһы менән сайҡаталар. Бөйөр, артрит, радикулит булғанда ла ҡулланалар. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, балаларҙа диатез булғанда файҙаһы тейә. Үпкә туберкулеҙы булғанда ыңғай йоғонтоһо күҙәтелә. Халыҡ медицинаһында башҡа бик күп сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланалар.

Һары мәтрүшкәне башҡа төр дарыуҙар эскәндә бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Беренсе сиратта иммуносупрессанттар менән бер ваҡытта эсеү тыйыла.

Сығанаҡ: ba.wikipedia.org.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: