Дауалау өсөн андыҙҙың тамыры һәм тамырһабағы ҡулланыла.
Андыҙҙың тамырын көҙгөһөн ҡаҙып алырға була. Йыуып киптерелгән тамыр һәм тамырһабаҡ дөрөҫ һаҡлағанда өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
Андыҙ тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
Табип менән кәңәшләшеү мөһим.
Сығанаҡ: vk.com.