+18 °С
Облачно
VKOKTelegram

Тубырсыҡтан ҡайнатма

Тубырсыҡтан да ҡайнатма ҡайнатҡандарына аптырай торғайным.

Тубырсыҡтан ҡайнатмаТубырсыҡтан ҡайнатма
Тубырсыҡтан ҡайнатма

Грек сәтләүегенән дә йәшел сағында йыйып ҡайнатма эшләйҙәр бит. Былтыр шуны тәүгә ашап ҡараныҡ.
Ике-өс йыл элек ҡарағай тубырсығын ҡайнатырға насип булды. 

Шулай бер ауылға ҡунаҡҡа барғанда урманға сығып, тубырсыҡ йыйырға ла ваҡыт табылды. Эй, матур тау битләүе!
Шулай итеп, беренсе тапҡыр тубырсыҡ "вәринйә"һе менән сәй эсә башланым. Күп ашап булмай, әлбиттә, ярамай ҙа. Дарыу урынына ғына. Иртән — бер-ике тубырсыҡ, төш, кис сәй эскәндә бер-ике ҡалаҡ. Һыуыҡ тейгәндән, йүткереүҙән шәп. Организмдағы микробтарҙы үлтерә. Иммунитетты күтәрә.
Ашарға ярамаған осраҡтар ҙа бар! Миңә оҡшаны был тәбиғи дарыу.

Ҡайнатыуын интернеттан эҙләп торманым: бер кило тубырсыҡ, бер кило шәкәр, ярты литр һыу, тип өйрәттеләр. Тубырсыҡтар бөтөн генә булһын өсөн, ярты сәғәт талғын ғына ҡайнатып, ҡапҡасын яптым. Иртәгәһенә тағы шулай ҡайнатып алдым. Сайыр, ҡарағай һағыҙы тәме сығып ҡына тора, тәмле.

 

Тупырсыҡтан ҡайнатма
Тупырсыҡтан ҡайнатма
Тупырсыҡтан ҡайнатма
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас