+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
“Йәншишмә”гә – 95!
13 Февраля 2025, 10:50

«Йәншишмә»нән айырылмағыҙ!

Алмас Шаммасов, шағир, журналист, Башҡортостан Башлығының өлкән референты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты:

«Йәншишмә»нән  айырылмағыҙ!«Йәншишмә»нән  айырылмағыҙ!
«Йәншишмә»нән айырылмағыҙ!

– «Йәншишмә» гәзите менән 1995 йылдан хеҙмәттәшлек итәм. Күңелемдә яратҡан баҫмама ҡарата бик күп йылы хәтирәләр һаҡлайым. Шуларҙың береһе: минең тәүге фәнни хеҙмәтем «Йәншишмә» гәзитенә бағышланғайны. Уны IX cиныфта уҡығанда яҙҙым. Һәм уҡыусыларҙың район кимәлендә үткән фәнни-практик конференцияла тәүге тапҡыр ҡатнашып, тап ошо хеҙмәтем менән I урын алдым. Китапханаларҙа, архивтарҙа эҙләнеп, Матбуғат йортона ҡат-ҡат барып, журналистарҙан интервью алып, тырышып яҙғаным әле лә хәтеремдә. Үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә, күп китаптар уҡырға, ҡыҙыҡһыныусан булырға кәрәклеге тап ошо тәүге хеҙмәтемдән дә киләлер, тип әйтә алам. Әле лә яратҡан гәзитемдең киләсәген уйлап, үҫеп килеүсе балаларға гәзит-бүләк эшләргә тырышам.

Бөгөнгө заман балалары, үҫмерҙәре өсөн «Йәншишмә» китапханаһы» тигән китаптар серияһы донъя күрә башлаһа, шәп ваҡиға булыр ине, тип уйлайым. Әлбиттә, баҫма һәм электрон китаптар бер юлы. Шулай уҡ гәзиттең мобиль ҡушымтаһы булдырылһа, халыҡ араһында популярлыҡ яулар ине, минеңсә.

«Йәншишмә» – ижади ҡарашлы, талантлы, изге күңелле, оло йөрәкле, бала йәнле кешеләрҙе туплаған уникаль баҫма. Иң тәү сиратта, барығыҙҙың оло хеҙмәте алдында баш эйәм. Редакцияға иң ҙур теләгем – дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан һеҙгә ярҙам артһын һәм лайыҡлы эш хаҡы түләнһен ине.

Ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем һеҙгә, ҡәҙерле остаздарым, коллегаларым!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас