– Уҡытыусыбыҙҙың: «Зөһрә, һин – «Йәш хәбәрсе» исемен алғанһың тигән хәбәре, әллә нисә йылдар үтһә лә, һаман хәтеремдә. «Йәншишмә» гәзитенә V cиныфта уҡығанда яҙыша башланым. Мәктәп, ауыл яңылыҡтарын, балалар ҡатнашлығында уҙған саралар, уҡыуҙа һәм спортта уңышҡа ирешкән ҡыҙ һәм малайҙар хаҡында хәбәрҙәр ебәрҙем. Бер көндө мәктәпкә яратҡан баҫмабыҙҙан «Йәш хәбәрсе» танытмаһы килеп төшкән. Уны миңә дөйөм мәктәп линейкаһында тапшырҙылар. Директор уңыштар теләне. Был иң бәхетле көнөм ине. Башым шатлыҡтан күккә тейгәйне. «Йәншишмә»нең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Ғималетдин Яруллинға һәм уның хеҙмәттәштәренә рәхмәт! Журналист булып китеүемдә яратҡан баҫмамдың өлөшө ҙур, тип уйлайым. Сөнки минең Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы тигән таныҡлығым бар. Башҡалары ла. Әммә «Йәншишмә»нең «Йәш хәбәрсе» танытмаһы – иң ҡәҙерлеһе. Уны алыу көнө – бала саҡтағы иң гүзәл хәтирә.
Бөгөн гәзитебеҙҙең киләсәген уйлап, шуны әйтер инем: кешеләрҙең матбуғат баҫмаһына булған мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк. Элек атай-әсәйебеҙ беҙгә Башҡортостанда сыҡҡан бөтә балалар баҫмаларын алдырҙы. Беҙ «Йәншишмә» гәзитен уҡып үҫтек. Уның ярҙамында үҙебеҙгә күп төрлө мәғлүмәт туплап, фекер ҡеүәһен арттыра-арттыра тырышып яҙыштыҡ та. Шуға күберәк балалар яҙылһын һәм уҡыһын ине тигән теләктә ҡалам. Быны, әлбиттә, туған тел уҡытыусылары ҡеүәтләп, редакция хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр менән бергә атҡарырға тейеш, тип һанайым.
Күптәрҙең юл башы булған баҫмам «Йәншишмә»мде юбилейы менән ҡотлайым! Редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар юлдаш булһын. Баҫманың тиражы артып, гәзитте һәр өйҙә көтөп алһындар. Балалар телһөйәр, илһөйәр һәм эшһөйәр булып үҫһен. Һәр кемгә бейеклектәр һәм асыштар теләйем.
Гәзиттең дуҫтары һәм йәш хәбәрселәре күп булһын!