+17 °С
Болотло
VKOKTelegram
“Йәншишмә”гә – 95!
14 Февраль 2025, 09:10

Яратҡан гәзитем уҡымлы, кәрәкле булһын

Вәсилә ӘЙҮПОВА, Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетының I курс студенкаһы:

Яратҡан гәзитем уҡымлы, кәрәкле булһынЯратҡан гәзитем уҡымлы, кәрәкле булһын
Яратҡан гәзитем уҡымлы, кәрәкле булһын

– «Йәншишмә»не бәләкәй саҡтан уҡып үҫтем. Әсәйемдәр гел өйөбөҙгә күпләп гәзит-журнал яҙҙырта.

V синыфҡа күскәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова шиғырҙар дәфтәре астырҙы. Дәрес һайын айырым өйгә эш бирә торғайны. Ниндәйҙер берәй темаға шиғыр яҙырға һәм шул дәфтәргә теркәп ҡуйырға ҡуша ине. Артабан уларҙы уҡып, бергәләп тикшергәс кенә «Йәншишмә» гәзитенә ебәрәбеҙ. Шулай бер мәл тәүге шиғырым баҫылып сыҡты. Белһәгеҙ икән, нисек ҡыуанғанымды! Шунан дәртләнеп мәктәптә уҙған сараларҙы, спорт ярыштарын, төрлө байрамдар тураһында мәҡәлә, шиғырҙар яҙып ебәрә торҙом. Әйберҙәрем баҫыла. Шул саҡтарҙа минән бәхетле кеше юҡ!

Тик бер саҡ яҙышыуҙан ҡапыл туҡтап ҡалдым... Шул мәлемде Айһылыу апай Ғарифуллина һиҙеп ҡалып, кәңәшен биреп, илһамландырып ебәрҙе. Тағы яҙыша башланым. Күп тә көттөрмәй «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булдым. Ныҡ ҡыуандым! Әлбиттә, хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә апай Хәкимова ла төрлө йүнәлеш биреп, төплө кәңәштәр яҙып ҡына торҙо. Бына шулай яратҡан гәзитем менән йылы ғына бәйләнеш дауам итте.

Ҡәҙерле «Йәншишмә»мде 95 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайым! Уның уҡымлы, кәрәкле булып ҡалыуын теләйем.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас