+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
“Йәншишмә”гә – 95!
15 Февраля 2025, 12:00

Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының II курс студенткаһы:

Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!
Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!

 – Мин бәләкәй саҡтан ижадҡа, туған телемә ғашиҡ булып үҫтем: башҡортса йырлай, бейей,шиғырҙар һөйләй торған инем. Өйҙә лә беҙ тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Ошолар барыһы ла бала саҡтан туған телемә ҡарата нескә, тәрән хис-тойғоларға нигеҙ һалғандыр, тип уйлайым. IV синыфта уҡып йөрөгәнемдә Башҡортостанға арнап тәүге шиғырымды яҙғаным иҫтә. Ә урта синыфтарға күскәс, иншалар менән мауығып киттем. Ул мәлдә синыф етәксем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Айгизә Рауил ҡыҙы: «Әйҙә, берәй мәҡәләңде «Йәншишмә»гә ебәреп ҡарайыҡ", – тине. Шулай итеп, мин балалар һәм үҫмерҙәр өсөн баҫтырылған төп гәзиткә яҙыша башланым. Мәктәптә булған ҡыҙыҡлы сараларҙы, һоҡландырған, бәләкәстәргә, үҫмерҙәргә өлгө булырҙай кешеләр тураһында ла хаттар ебәрә инем.

2021 йылда «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен алдым. Бигерәк шатлыҡлы һәм тарихи ваҡиға минең өсөн! Гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы ЮНЫСОВ үҙе шәхсән килеп тапшырҙы. Ул көн һаман да иҫемдә.

«Йәншишмә» гәзитен әле лә яҙҙырабыҙ һәм яратып уҡыйбыҙ. Үҙемдең ижад юлымдың башланғысы булыуы, ҡыйыулыҡ һәм яңы үрҙәргә ышаныс өҫтәүе өсөн уға ҙур рәхмәтлемен. Шулай уҡ атай-әсәйемә, ҡасандыр гәзит менән таныштырған һәм яҙышыуға өгөтләгән, юл күрһәткән остазым Айгизә Рәхмәтуллинаға һәм, әлбиттә, «Йәншишмә» гәзитенең хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса Зөһрә апай Хәкимоваға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Сөнки ул миңә төрлө темаларға яҙышырға дәртләндереп, йүнәлеш биреп торҙо.

Мин ышанам, беҙҙең гәзитте балалар ғына түгел, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡыуына! Киләсәктә «Йәншишмә»мә тағы ла оҙон сағыу ғүмер, осло ҡәләмле йәш хәбәрселәр, тос фекерле мәҡәләләр, ижади үрҙәр, уңыштар теләйем.

Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!

Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!
Йәшә, илһамландыр, һоҡландыр һәм сәскә ат, «Йәншишмә»м!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас