Ул Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үтте.
Байрамға бик күп билдәле шәхестәр, гәзит-журналдар мөхәррирҙәре, гәзиттең ветерандары килгән ине. Кисә концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Алып барыусылар гәзит сыға башлағандан алып хәҙерге көнгә тиклем осорға байҡау яһанылар.
Был көн минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды, сөнки йәш хәбәрсе танытмаһы тапшырҙылар. Гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов ҡотлап, бүләктәр бирҙе. Быға тиклем ишетеп кенә белгән күренекле кешеләр менән күрешеп аралашыу миңә бик оҡшаны.
Бик дәртләнеп ҡайттым байрамдан. Артабан да яңынан-яңы мәҡәләләр яҙып, гәзит менән дуҫ булып, аралашып торорға теләгем ҙур.
Ә яратҡан "Йәншишмә" гәзитендә эшләгән ағай-апайҙарға ижади уңыштар теләйем.
"Йәншишмә" гәзите яратҡан баҫмам булып ҡалыр тип уйлайым.
Диана ТЕЛӘҮСИНА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.