+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
“Йәншишмә”гә – 95!
21 Февраля 2025, 08:05

“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым

 Мин "Йәншишмә"нең матур сараһында ҡатнаштым. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яратҡан гәзитебеҙҙең 95 йәшлек юбилей кисәһе уҙҙы.

“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым
“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым

Сара бик матур булды. Билдәле журналистар, шағирҙар, яҙыусылар менән осраштыҡ. Иҫтәлеккә фотоға төштөк. Тағы ла иң тулҡынландырғыс һәм тарихи мәл – "Йәншишмә"нең “Йәш хәбәрсе”һе танытмаһын алыу ине. Мөхәррир  Мирсәйет ағай  Юнысов үҙе тапшырҙы! Ныҡ шатландым.

 "Йәншишмә"гә уңыштар теләйем. Ошо сараға алып барған синыф етәксем Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙына һәм яратҡан гәзитемдең хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм.

 

Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым
“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым
“Йәш хәбәрсе” танытмаһын алдым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас