

1990 йыл. “Башҡортостан пионеры” гәзитенә даими яҙышып торған бер төркөм йәш хәбәрселәрҙе Өфөгә слетҡа саҡырҙылар. Был осрашыу үҫмер сағымдың иң иҫтәлекле мәлдәренең береһе булып хәтерҙә ҡалған. Әҫәрҙәрен китаптарҙан ғына уҡыған бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды, уның ябайлығы һоҡландырҙы. Беҙгә, тәү башлап ҡәләм тибрәткән балаларға, матур кәңәштәр бирҙе әҙип. Улар әле лә иҫемдә. Йылдар үткән һайын, был кәңәштәрҙең тәрән мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнәм.
Был фотолағы ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн төрлө өлкәләрҙә эшләй. Күбеһе журналист булып китте. Мин уҡытыусы һөнәрен һайланым. Хәҙер үҙемдең уҡыусыларыма уның менән булған ошо йылы осрашыуҙы, Мостай Кәримдең заманыбыҙҙың бөйөк шәхесе булыуы тураһында һөйләйем.
Гәзиттең ул ваҡыттағы редакторы Рәмил Йәнбәк, элекке редакторы Сафуан Әлибаев һәм Мостай Кәримдең авторгафтары ҡуйылған китап та - бик ҡәҙерле иҫтәлек.
Ә "Йәншишмә" менән бөгөн дә дуҫмын, яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уҡыусыларым менән дәрестәрҙә ҡулланабыҙ.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.