+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
28 Декабрь 2020, 16:50

Күңелеңә ҡайһы асҡыс тап килә?

Бөтә иғтибарығыҙҙы ошо һүрәткә йүнәлтегеҙ әле. 5 – 10 секунд ҡарап сығығыҙ ҙа асҡыстар араһынан иң оҡшағанын һайлап алығыҙ. Яуаптары:

1. Был һүрәтте прагматиктар һайлай. Улар фантазияға бай түгел, хыялланырға яратмайҙар. Уның ҡарауы, аналитик һәләт, эшкә төплө ҡараш, уны теүәл башҡарыу менән маҡтана алалар.
2. Шиксел, үҙенә ышанып етмәгән кешеләр. Ундай кешеләрҙең күңеленә асҡыс табыр өсөн ихлас һәм әҙәпле (тактлы) булығыҙ. Маҡтағанды яраталар, мөмкинлектән файҙаланып, комплименттарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
3. Консерваторҙар һайлап ала бындай асҡысты. Бөтә йолаларҙы хөрмәт итеп, тоғро ҡалалар, үҙгәрештәрҙе үҙһенмәйҙәр. Кемгәлер асылып китерҙән алда тирә-йүндәгеләрҙе ентекләп, иғтибар менән күҙәтәләр. Башҡарған эштәре эҙмә-эҙлекле. Улар – ышаныслы.
4. Бындай төр яуапты хисле, хыялға бирелеүсән кешеләр һайлай. Ижади ҡарашлылар, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүҙә үҙенсәлекле күҙлектән сығып ҡарайҙар.
5. Гуманитар фәндәргә әүәҫ, ижади көскә эйә. Бындай кешеләр тиҙ рәнйеүсән, йомшаҡ күңелле. Йәмәғәтселек фекеренә әһәмиәт биреп, йыш борсола, иғтибар үҙәгендә булырға яратмай.
6. Эске донъяһы бай булғандар, һиҙемләү көсө үҫешкәндәр һайлай был төр асҡысты. Ғәҙәттә, улар астрология, күрәҙәлек итеү, ноҡот һалыу менән мауыға, теге донъя көстәренә ышана.
Читайте нас: