+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
29 Апрель 2021, 14:35

Тест һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Дуҫтар, фәндең ниндәй өлкәһе һеҙгә тура килеүен белгегеҙ киләме? Был йәһәттән «Наука.Территория героев» белем биреү платформаһында бирелгән тест ярҙам итер. Ул мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.

«Һин ниндәй ғалимһың?» тигән тесты наука.национальныепроекты.рф/карьерныйтест һылтанмаһы буйынса үтергә мөмкин. Ул ниндәй өлкәлә, ниндәй йүнәлештә уңышҡа ирешә алыуыңды билдәләргә булышлыҡ итәсәк. Был тесты Фән һәм технологиялар йылында мәғариф министрлығы менән берлектә «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерция булмаған ойошма башлап ебәрҙе.
Фото: https://vk.com/minprosvet төркөмөнән.
Читайте нас: