+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
31 Май 2021, 13:58

Телефон һаның нимә аңлата?

Ҡыҙыҡ икән,нумерология буйынса, һандар холҡоңа ғына түгел, һинең менән булған ваҡиғаларға ла тәьҫир итә. Бәлки, нәҡ һинең телефон һаның уңыштарға юл асалыр. Әйҙәгеҙ, иҫәпләп ҡарайыҡ әле.

Үҙеңдең телефон һаныңдың нумерологик һанын белер өсөн ундағы бөтә һандарҙы ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, 8 927 312 15 45, 8 + 9 + 2 + 7 + 3 + 1 + 2 + 1 + 5 + 4 +5 =47. 4+7=11. 1 + 1 = 2.
Инде хәҙер 1-ҙән 9-ға тиклем һандарҙың нимә аңлатҡанын белеп үтәйек.
1 – Был - бик көслө телефон һаны, һинең көс-ҡеүәтеңде арттыра, тирә-яҡтағыларға тәьҫир итергә ярҙам итә. Был эшҡыуарҙар, карьера эшләүселәр өсөн һәйбәт. Тик үҙенең икенсе яртыһын эҙләүселәр өсөн бик уңышлы түгел.
2. Уй-хыялға бирелеүсәнлекте үҙ эсенә алған һан, үҙенең мөхәббәтен осратырға теләгәндәр өсөн тура килә. Был һан изгелекле, оҫталыҡ, әҙәплелекте арттыра, хеҙмәттәшлек итергә көйләй. Көслө, үҙ-үҙенә ышаныусандар өсөн яҡшы.
3. Был һан ижад һәм күңел асыуҙы һөйләй, шуға артистар, музыканттар һәм йәштәр өсөн ҡулай. Ул илһамландыра, үҙенсәлеклек бирә, киң танылыу яуларға ярҙам итә. Әлеге һан яҙыусыларға йәки ижад менән бәйле кешеләргә бик тура килә.
4. Был һан тотороҡлоҡ, ышаныс йөрөтә, шуға банк ойошмалары, адвокат канторалары һәм башҡа ошоға оҡшаш фирмаларҙағы эш урындары өсөн тура килә. Ҙур ғаиләһе булғандарға һайларға мөмкин.
5. Мажаралар, үҙгәрештәр алып килеүсе һан. Ирек, сәйәхәт итергә яратҡандар, үҙҙәре генә йәшәгәндәр өсөн бик ҡулай. Телефон һандарының нумерологик һаны 5-кә тура килгәндәр тәртипле, тик яуаплылыҡ тойғолары бик еңелсә генә.
6 – Ғаиләлеләр өсөн бик һәйбәт һан. Йылылыҡ алып инә, хәстәрлек һәм һаҡлауҙы көсәйтә, ғаилә ептәрен, дуҫлыҡты нығыта. Эшҡыуарҙар өсөн дә һәйбәт. Тик икенсе яртыһын эҙләүселәргә тура килмәй.
7 – Бик көслө һәм серле һан. Бигерәк тә уҡыусыларға һәм аҡыллы кешеләргә булдырылған. Эске хәл-торошҡа ыңғай тәьҫир итә, тотороҡлоҡ бирә, баҫалҡылыҡ өҫтәй.
8 – Аҡсаны йәлеп иткәнлектән һәм партнёрҙарҙың ышанысын арттырғанға күрә эшҡыуарҙар өсөн бик уңышлы һан. Амбициялы кешеләргә лә ярай, сөнки карьера һәм финанс хәлгә ыңғай тәьҫир итә. Тик шәхсән үҫешен көйләгәндәр өсөн бик уңышлы түгел.
9 – Ысынбарлыҡты идеаллаштырыу һәм йәлләү – был һандың төп билдәләре. Шуға был һанды хәйриә йәки медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һайлай ала. Тик сәләмәтлеге менән проблемалары булғандарға, финанс хәлен арттырырға теләгәндәргә бигүк тура килмәй.
Читайте нас: