+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
7 Октябрь 2021, 10:45

Һин ниндәйһең икән?

Ҡыҙыҡлы һынамыш 9 һүрәттән тора. Оҡшаған береһен һайлап, үҙеңдең ниндәй кеше икәнеңде белә алаһың.

Һин ниндәйһең икән?
Һин ниндәйһең икән?

1. Һин – төптән уйларға яратыусыларҙың береһе. Кешеләргә күр­һәтмәһәң дә, һәр бер нәмәлә икеләнәһең. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны тулыһынса аңлап бөттөм, тиһәң дә, күңелеңдә барыбер ышанмаусанлыҡ тойғоһо ҡа­ла. Тормош һиңә башватҡыс кеүек.
2. Ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡһыныуың, ҡарашың, сәйерлегең менән айырылып тораһың. Бө­тә эште үҙеңсә башҡарырға яратаһың. Асыҡ йөҙлөһөң. Дуҫ-иштәреңдән бер нәмәне лә йәшермәйһең.
3. Кәйефең сәғәт һайын алмашынып тора. Сит кешеләрҙе генә түгел, хатта ҡайһы саҡта үҙеңде-үҙең аңламай­һың. Маһайыр­ға, күп һөйләргә яратмайһың. Нимәгә ышанаһың, шу­ны ғына һөйләйһең.
4. Тормош һине иркәләп кенә тормаған. Күп һынауҙар аша үткәнһең. Шулай булһа ла, күңелеңдә йөрөткән ауыр уйҙарҙы йөҙөңә сығармайһың. Был донъяла һәр ерҙә үҙ урыныңды табырға тырышыуың һоҡландыра.
5. Дәртең ташып тора, тиҙ ғашиҡ булыу­санһың. Һәр бер һорауға, аҙымыңа тиҙ генә яуабың әҙер. Ныҡ һиҙгерһең. Нимәгәлер борсолғаныңды башҡаларға күр­һәтмәйһең.
6. Асыҡ кешеһең. Ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһаң да, тәүәккәлһең. Һәр кем үҙ проб­лемаһын үҙе хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйһең. Кешеләргә ысын йөрәктән ярҙам итәһең.
7. Бик хислеһең, һиҙгерлегең дә бар. Бигүк әһәмиәте булмаған ва­ҡиғалар ҙа ныҡ тәьҫир ҡалдыра. Һине көлдөрөүе лә, илатыуы ла бик еңел. Ни тиклем нескә булыуыңды кешеләргә һиҙҙермәйһең.
8. Тулҡынланыуың­ды, хафаланыуыңды йө­ҙөңә сығармайһың. Ғә­ҙелһеҙлек, михнәт күр­һәң дә, үҙеңдә генә тотоуҙы хуп күрәһең. Һәр ваҡыт яҡшы тәьҫир ҡалдырырға, һәйбәт кеше булырға ынтылаһың. Был – тормошта иң мөһиме.
9. Сит кешеләрҙең күңелен яҡшы аңлай­һың. Күп беләһең. Кешенең йөҙ-ҡиәфәтенән, тауышынан уның ниндәй икәнен әйтә ала­һың. Алдағандарын да шунда уҡ һиҙәһең.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: