+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
9 Октябрь 2021, 10:30

Селфиға ҡарап, холҡоңдо әйтәм

Кем үҙен-үҙе фотоға төшөрөргә яратмай икән?!

Селфиға ҡарап, холҡоңдо әйтәм
Селфиға ҡарап, холҡоңдо әйтәм

Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә ниндәй генә селфи күрмәйһең. Уларға ҡарап, кешенең холҡо тураһында ла белергә мөмкин. Ысын, ысын. Һәр кем үҙенә иң оҡшаған, күңеленә ятҡан фотоһын ҡуя бит.

* Мәҫәлән, берәү селфи эшләгәндә мөм­кин тиклем тәбиғи булырға тырыша икән, был уның эстән тыныс, үҙ-үҙенә ышанған, гармониялы кеше булыуы тураһында һөйләй. Уға былай ҙа рәхәт, ниңә әллә ниндәй образға инеп маташырға?
* Күптәр ҡыланып төшөргә ярата. Был да насар түгел. Ҡайһы берҙә уйыңда бәләкәй сағыңа ҡайтып алаһың. Кәйефең һәйбәт. Әммә диуарыңда бындай фотолар күбәйеп китһә, уйлан. Үҙеңде бик һөйкөмлө тип һанамайһыңмы, әллә бүтәндәрҙән айырылып торорға теләйһеңме? Анализлап ҡара.
* Әгәр кемдер иренен ҡымтып төшһә, уның тормошондағы ниндәйҙер хәлдәрҙе йә хистәрен йәшерергә тырышыуы ихтимал.
* Селфиға ҡара әле, эйәгең күтәрелгәнме әллә, киреһенсә, башың түбәнерәк эйелгәнме? Тәүгеһе һинең тормоштан ҡәнәғәт булыуың тураһында һөйләй. Икенсеһе ниндәйҙер мәсьәләләр кәйефеңде төшөргәнен йә һинең бик һаҡ һәм йомоҡ кеше икәнеңде күрһәтә.
* Әгәр кеше әйбер (сынаяҡ, ручка, күҙлек) тотоп фотоға төшөргә яратһа, тимәк, уның бер нәмәгә ҡарата ла аныҡ ҡына фекере юҡ тигән һүҙ.
* Усын яңағына ҡуйып төшөүсе үҙен башлы, аҡыллы тип һанай.
* Шарфҡа, яулыҡҡа, свитерғамы төрөнөп, хатта йәшенергә тырышып төшөүселәр ҙә күп осрай. Был кеше үтә хисле, үпкәләп барыусан холоҡло.
* Дуҫтары менән фотоға төшөргә яратыусылар бар. Тимәк, улар аралашыусан, дуҫлыҡтың баһаһын белә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: