+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
19 Ноябрь 2021, 10:35

Әҙәпле кешеһеңме?

Дуҫтар, әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле. Һорауҙарға «эйе, һәр ваҡытта», «ҡайһы ваҡытта», «бер ҡасан да тиерлек» тип яуап бирергә мөмкин. Тәүгеһенә – 2, икенсеһенә – 1, өсөнсөһө өсөн 0 мәрәй яҙыла.

Әҙәпле кешеһеңме?
Әҙәпле кешеһеңме?

1. Бүләк биреүсенең алдында бүләген асып, шунда уҡ рәхмәт әйтәһең.
2. Ҡунаҡҡа килгәндә дуҫтарыңдың ата-әсәһе менән һаулыҡ һорашаһың.
3. Ишектән инеп барғанда өлкәндәрҙе алдан үткәрәһең.
4. Ашағандан һуң рәхмәт әйтәһең.
5. Һәр иртә өйҙәгеләргә: «Хәйерле иртә!» – тип йылмаяһың.
6. Йоҡлар алдынан йорттағыларға тыныс йоҡо теләйһең.
7. Һин бер ҡасан да кешенең тупаҫ һүҙенә ҡаршы яуап бирмәйһең.
8. Синыф бүлмәһенә ингәндә һәр ваҡыт синыфташтарың менән һаулыҡ һорашаһың.
9. Әңгәмәсеңде бүлдермәй генә тыңлайһың.
10. Сүп-сарҙы тейешле һауытҡа ташлайһың.
11. Дуҫтарың менән осрашыуға һуңламай киләһең.
12. Ҡыҙыҡһындырмаған хәбәрҙе лә сабыр ғына тыңлайһың.
13. Күршеләргә, өйҙәгеләргә ҡамасауламаһын өсөн йырҙы аҡыртып ҡуймайһың.
14. Транспортта өлкәндәргә, бәләкәй балалы апайҙарға урын бирәһең.
15. Кемдер яңылыш ҡолап китһә, торорға ярҙам итәһең.
16. Өлкән кешегә мөрәжәғәт иткәндә исеме һәм атаһының исеме менән өндәшәһең.
17. Күршеләрең менән һаулыҡ һорашаһың.
18. Кемгәлер яңылыш бәрелгәндә ғәфү үтенәһең.
19. Ҡайҙа бараһың һәм ҡасан ҡайтасағың хаҡында атай-әсәйеңде иҫкәртәһең.

Ә хәҙер мәрәйҙәрҙе иҫәпләп ҡарайыҡ әле

0 – 10 мәрәй. Бөтөнләй әҙәпһеҙһең. Тиҙ арала холҡоңдо үҙгәртергә кәрәк. Үҙ өҫтөңдә эшлә. Изге күңелле бул, дуҫтарың да артыр.
11 – 15 мәрәй. Күңелеңде яулап алғандарға ғына иғтибарыңды бүләһең. Кеше оҡшаймы-юҡмы, барыһына ла бер тигеҙ ҡарарға тырыш, мөләйемерәк бул!
17 – 21 мәрәй. Афарин! Һин бигерәк әҙәплеһең икән. Иғтибарлы тыңлаусы һәм әңгәмәсеһең дә. Бик һәйбәт тәрбиә алғанһың, кешеләр менән аралаша беләһең. Шуға ла улар һиңә тартыла, серҙәре менән дә бүлешәләр. Дуҫтарың да күп. Һәр ваҡыт шулай булып ҡал!

Фото: znanio.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: