+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
1 Март 2022, 16:25

Март айына һынамыштар

1 мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы килер, иген уңыр.

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар

1 мартта урамда һыу күренһә, яҙғы ташҡын көслө булыр.

Марттың беренсе шәмбеһендә ҡар яуһа, сәтләүек һәм ҡарабойҙай уңыр.

Ҡара ҡарғалар иртә килһә, яҙ йылы булыр.

Оҙон боҙбармаҡтар - яҙҙың оҙаҡҡа һуҙыласағына.

25 мартта ҡар яуһа, арыш уңыр.

Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

Март йылы булһа, йәй һалҡын булыр.

Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро килер.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: