+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Һынамыш
1 Апреля 2022, 07:35

Апрель һынамыштары

1 апрелдә күктә йондоҙҙар күренмәһә, йылы көндәр көтөлә.

Апрель һынамыштарыАпрель һынамыштары
Апрель һынамыштары

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Ай башында йәшен йәшнәһә, йәй йылы килер һәм сәтләүек мул булыр

7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.

12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.

21 апрель ҡояшлы булһа - матур йәй, болотло икән - ямғырлы йәй.

Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Фото: https://stihi.ru/pics/2019/03/24/5500.jpg

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас