+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
1 Май 2022, 11:25

Май айына һынамыштар

Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.

Май айына һынамыштар
Май айына һынамыштар

Иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы булыр.

Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.

Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.

Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.

Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр.

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.

Фото: https://img3.goodfon.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: