+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
30 Май 2022, 14:25

Ниндәй емеш-еләк яратаһың?

Ҡыҙҙар-егеттәр, һеҙ кеше менән ул яратҡан емеш-еләк араһында бәйләнеш бар, тигәнде ишеткәнегеҙ бар инеме? Баҡтиһәң, һәр кемдең нимә яратҡанына ҡарап холоҡ-фиғелен билдәләп була икән. Быны психологтар ҙа раҫлаған. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ.

Алма яратҡан ҡыҙҙарҙың күңелдәре матур, ә егеттәр бик һаҡ була, мөхәббәткә килгәндә, артыҡ баҙнатсыл түгелдәр. Эштең уңышлы тамамланасағына ышанғанда ғына һөйөүен әйтеп бирә алалар.
Йыуаш һәм тормошҡа яраҡлаша белмәгән ҡыҙҙар күберәк әфлисунды үҙ итә, ә ундай егеттәр иһә ышаныслы, буш ваҡытын өйҙә уҙғарырға яратыусан.
Груша яратҡан ҡыҙҙар көслө, ышаныслы һөйгәне тураһында хыяллана. Егеттәр аҡыллы, ләкин мөхәббәтен белдерә һалмайҙар.

 Банан. Ҡыҙҙар нескә күңелле, хәстәрлекле, ә егеттәр иһә ҡыйыуһыҙ һәм романтиктар.
 Еләккә иҫе киткән ҡыҙҙар ныҡ дәртле, ә егеттәр ғау­ғасыл.
Киви яратҡан ҡыҙҙар эшһөйәр, уңғандар. Ә егеттәр йыуаш, күндәм.
Виноград ашарға яратҡан ҡыҙҙарға бөтә серҙәрегеҙҙе ышанып һөйләй алаһығыҙ, улар сер һаҡлай белә, баҫалҡы һәм оялсандар. Егеттәр тапҡыр телле, үткер, ҡыйыу.
Ананас яратҡан ҡыҙҙар асыҡ йөҙлө, ә егеттәр һәр һүҙен уйлап һөйләй, тоғро, ышаныслы, тормошто ярата.
Ҡарбузды үҙ итеүсе ҡыҙҙар – оптимист, башы һәр ваҡыт яңы идеялар менән тулы, ә егеттәр хеҙмәт һөйөүсән, ҡыҙыҡһыныусан.

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: