+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
3 Июнь 2022, 10:35

Июнь айына һынамыштар

 

  • Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы килер.
  • Иртә таңда ысыҡ мул төшһә, көн эҫе буласаҡ.
  • Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа — ямғырға.
  • Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел сығасаҡ.
  • Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә — ямғыр яуыр, тауҙа булһа — аяҙ булыр.
  • Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, көслө ел сығыр.
  • Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа, ямғыр көт.
  • Иртән үлән ҡоро булһа — төнөн ямғыр яуыр.
  • Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көн аяҙытыр.
  • Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
  • Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
  • Эре ямғыр тиҙ туҡтай.
  • Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
  • Ҡарлуғас түбән осһа — ямғыр булыр, бейектә осһа — аяҙытыр.

Фото: prirody.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: