+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
1 Июль 2022, 11:15

Июль айына һынамыштар

Июль ямғырлы булһа, ғинуар ҡарлы булыр.

Июль айына һынамыштар
Июль айына һынамыштар

Ҡарабаш турғайҙың ҡомда йыуыныуы – ямғырға, ә күгәрсендәрҙең гөрләшеүе – йылы көнгә.

5 июлдә ямғыр яуһа, иген уңыр.

14 июлдә йондоҙҙар емелдәшеп, иртән болоттар күренһә - көслө йәшенгә.

Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.

Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

28 июлдә яуған ямғыр ете аҙнаға һуҙылыр.

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр.

Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.

Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, был йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр, һәр кемгә рәхәтлек килер.

Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.

Сығанаҡ: infourok.ru

Фото: vmeste.ru

 

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: