+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Һынамыш
1 Декабря 2022, 06:10

Декабрь айына һынамыштар

Декабрҙә ҡар аҙ булһа, йәй ҡоро килә.

Декабрь айына һынамыштарДекабрь айына һынамыштар
Декабрь айына һынамыштар

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.

Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа.

Декабрь йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, яҙ һалҡын була.

Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

Ҡоро декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.

Декабрҙең 25-тәрендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, киләһе йылда иген уңа.

31 декабрь төнөндә күк йондоҙло булһа, ағастарҙа бәҫ ятһа, киләһе йыл ашлыҡ уңыр.

Фото: crosti.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас