+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
9 Ғинуар 2023, 15:50

Ғинуар айына һынамыштар

Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.

Ғинуар айына һынамыштар
Ғинуар айына һынамыштар

Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.

Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.

Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.

Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.

Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы килер.

Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.

Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.

Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

 

Сығанаҡ: vatandash.ru

Фото: adonius.club

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: