Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫтө үҙ итеүселәр ныҡ әүҙемдәр, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға яраталар. Бер урында сыҙап ҡына ултыра алмайҙар, уларға һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнергә, асыштар яһарға кәрәк.
Ҡуйы һары төҫтө оҡшатыусылар тормошто ярата, оптимист үҙҙәре. Һәр нәмәгә үҙ ҡараштары бар, уларҙы ҡаршылыҡтар ҡурҡытмай, һәр хәлдән еңел генә сығыу юлын табалар.
Үҙенең баһаһын белгән, тыныс холоҡло кешеләрҙең күңеленә, ғәҙәттә, һары төҫ яҡын. Ғәҙел, көслө рухлы булыуҙары менән дә айырылып торалар.
Йәшел төҫтө яратҡандарға сабырлыҡ, түҙемлек кеүек күркәм сифаттар хас. Ныҡ аҡыллылар. Һәр эште төплө уйлап башҡарырға күнеккәндәр. Тыныслыҡ яраталар.
Күк төҫтө оҡшатыусылар бик йомарт һәм ярҙамсыл. Хыялланырға әүәҫтәр. Төрлө ҡатмарлы, бәхәсле мәлдәрҙе еңел генә хәл итә алалар. Үҙҙәрендә лидерлыҡ һәләте ныҡ үҫешкән.
Зәңгәр төҫтө үҙ итеүселәр бик пунктуаль, улар өсөн бар нәмәнең етеш, уңайлы булыуы мөһим. Араларында ижад кешеләре лә күп. Бик хисле булыуҙары арҡаһында йыш ҡына уңайһыҙ хәлгә ҡалыусандар.
Көрән төҫтө һөйөүселәр дәртле, шаян булыуҙары менән айырылып тора. Уларға үҙ аллылыҡ хас, яуаплы, маҡсатына ирешеүсәндәр. Иреклек яраталар. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп тыуһа, оҙаҡ итеп уйлайҙар. Шуға ла һәр ваҡыт тиерлек уңышлы үтеп сығалар.
Уҫал, талапсан, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған кешеләр, ғәҙәттә, ҡара төҫтө үҙ итә. Улар үҙҙәрен яҡлай һәм яраттыра белә.
Фото: squithgallery.com