+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
1 Апрель 2023, 13:55

Апрель айына һынамыштар

Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.

Апрель айына һынамыштар
Апрель айына һынамыштар
Был айҙың  яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.
Уның һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
 Ай аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, иген яҡшы булыр.
6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.
8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай булыр.
Апрель артыҡ йылы булһа  май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
12 апрелдә күк күкрәүе ишетелһә - йылы йәйгә.
15 апрелдә йылғалар ярҙарынан сыҡһа, үлән шәп булыр.
21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй.
 
Сығанаҡ: toratau.ru
Фото: otkritkis.com
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: