Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Болот юлланып торһа – ямғырға.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.
Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр.