+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
21 Август 2023, 19:00

Был аҙнаға һынамыштар

Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна-ун көн тирәһе елле булыр. Егерме икенсе август ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.

Был аҙнаға һынамыштар
Был аҙнаға һынамыштар

23 августа йылға-күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.

24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.

Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.

26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.

27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: