-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
28 Ноябрь 2023, 09:52

Ҡыйын хәлдәрҙән сыға беләһеңме?

Тиҙ генә ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған мәлдә кемдер юғалып ҡала, икенселәрҙе "йылан аяғын киҫкән" тиҙәр. Һин ҡайһыһына ҡарайһың икән?

Ҡыйын хәлдәрҙән сыға беләһеңме?
Ҡыйын хәлдәрҙән сыға беләһеңме?

1. Мәктәптә имтиханда яуабын белмәгән билет эләкте. Ни эшләрһең?
А) Шпаргалка эҙләй башлайһың йә яуабын күршеңдән һорайһың;
Б) Дөрөҫмө-юҡмы, нимә булһа ла яҙаһың да ҡуяһың;
В) Билетты тапшыраһың да сығып китәһең – насар баһа булһын әйҙә...


2. Урамда йөрөп ҡайттың да ишекте аса алмайһың, сөнки асҡысың төшөп ҡалған. Һин:
А) Тәҙрәнән керергә тырышып ҡарайһың;
Б) Берәйһенә ҡунаҡҡа сығып китәһең;
В) Атай-әсәйеңде эштән көтәһең.


3. Атай-әсәйең совет фильмын ҡарарға ултырҙы, ә һинең яңы комедияны күргең килә. Ниндәй ҡарар ҡабул итәһең?
А) Розетканан шнурҙы тартып алаһың да, телевизор боҙолған, тип хәбәр итәһең, ә улар йоҡларға ятҡас, теге фильмды ҡуяһың;
Б) Ҡаршы йорттағы дуҫыңа бараһың – бергә ҡарайһығыҙ;
В) Китап уҡырға ултыраһың йә йоҡларға ятаһың.


4. Синыфташтарың менән киноға йыйындығыҙ, ә һинең аҡсаң өйҙә тороп ҡал­ған. Был автобусҡа ултырғас ҡына асыҡланғас...
А) Берәй пассажирҙан аҡса һорайһың;
Б) Түләмәй шым ғына ултыраһың;
В) Төшөп ҡалып, өйгә ҡайтаһың.


5. Бөгөн – ял, әсәйеңдең тыуған көнө. Бөтөнләй онотҡанһың. Ни эшләрһең?
А) Яҡындағы клумбанан йә үҙегеҙҙең баҡсанан сәскә өҙөп керетәһең;
Б) Атайыңдан тиҙ генә онлайн рәүештә театрға билет алыуын һорайһың;
В) Онотҡаныңды әйтеп, ғәфү үтенәһең.


6. Дуҫың йәйен икенсе ҡалаға сәйәхәткә йыйына. Һинең дә бергә барғың килә. Ҡай­ҙан аҡса алырға?
А) Тиҙ генә берәй әйбереңде һатыу яғын ҡарайһың;
Б) Аҡса эшләп алырға тырышаһың;
В) Атай-әсәйеңдән һорарға мәжбүрһең.


Хәҙер мәрәйҙәрҙе иҫәплә
«А» яуабына – 3, «Б»-ға – 2, «В»-ны һайлаһаң, 1 балл ҡуй.
17 – 18 мәрәй йыйһаң, һин теләһә ниндәй ҡыйын хәлдән сыға беләһең. Башың шәп эшләй. Тик ҡайһы саҡта бигерәк һөмһөҙләшәһең түгелме? Маҡсаттарыңа ирешерһең дә ул, тик бына яҡындарыңды үпкәләтеп ҡуйма...
9 – 16 мәрәй: кәрәк саҡта төрлө хәлдәрҙән сыға алаһың. Үҙеңде лә, башҡаларҙы ла кәм­һетеүгә юл ҡуймайһың. Был маҡтауға лайыҡ.
6 – 8 мәрәй тупланыңмы? Бигерәк йыуаш икәнһең. Был тормошта барыһы ла алдан әҙерләнеп ҡуйылмаған, аҙыраҡ үҙеңә лә уйлай белергә кәрәк! Ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк бул.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: