-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
2 Июль , 18:57

Һиңә ниндәй һөнәр килешәсәк?

Сығарылыш синыф уҡыу­сылары өсөн яуаплы мәл етте – киләсәккә һөнәр һайларға кәрәк. Ул ҡәнәғәтлек килтерергә лә, аҡсалы булырға ла тейеш, шулаймы? Түбәндәге уй-фекерҙәрҙе уҡып ҡара әле. Ҡайһылары менән килешәһең? Уларға «эйе», «белмәйем» йә «юҡ», тип яуап бир. Мәрәйҙәр һаны буйынса ниндәй һөнәр үҙеңә яҡыныраҡ булыуын белерһең.

Һиңә ниндәй һөнәр килешәсәк?
Һиңә ниндәй һөнәр килешәсәк?

1. Иҫәп-хисап менән бәйле эштәр күңелһеҙ.
2. Музыкаға ҡарағанда, финанс эштәре менән шөғөлләнеү ҡыҙығыраҡ.
3. Эшкә тиклем юлға күпме ваҡыт китәсәген белеп булмай.
4. Теге йә был хәл килеп тыу­ғанда мин йыш ҡына тәүәккәллек күрһәтәм.
5. Өйҙәге тәртипһеҙлек мине сығырымдан сығара.
6. Фәндәге һуңғы ҡаҙаныштар минең өсөн ҡыҙыҡ.
7. Дәфтәрҙәге, көндәлектәге яҙмаларым буталсыҡ, барыһына ла аңлашылмауы бар.
8. Эшләгән аҡсаны бер көндә бөтөрөргә ярамай, тип уйлайым.
9. Бүлмәмдә тәртипһеҙлек хөкөм һөрә.
10. Миңә билдәле бер ҡағи­ҙәгә һалынған эштәр оҡшай.
11. Әгәр коллекция туплау менән мауыҡһам, унда идеаль тәртип булыр ине.
12. Берәй нәмәне тәртипкә һалырға, йыйыштырырға яратмайым.
13. Компьютерҙа эшләү, текстар йыйыу, нимәлер һанау оҡшай.
14. Тәүҙә уйла, шунан эшлә!
15. Графиктар һәм таблицалар – мәғлүмәтте еткереүҙең уңайлы ысулдарының береһе.
16. Уйланылған теүәл аҙымдар эшләп еңеп була торған уйындарҙы яратам.
17. Яңы тел өйрәнгәндә грамматиканан башларға кәрәк, ә тәүҙә ишетеп һөйләшергә өйрәнеү ярҙам итмәйәсәк.
18. Проблема килеп тыуһа, уны төптән өйрәнеп кенә (мәҫәлән, интернеттан уҡып, дуҫтарҙан кәңәш һорап) хәл итеп була.
19. Фекереңде ҡағыҙға яҙғанда, тойғоларға ҡарағанда, логика булыуы мөһимерәк.
20. Көндәлеккә алдағы аҙнаға пландарымды яҙып ҡуям.
21. Сәйәсәт һәм иҡтисад менән ҡыҙыҡһынам.
22. Буласаҡ һөнәрем ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле булырға тейеш.
23. Мин ҡушылғанды һуңғы минутта ғына эшләйем.
24. Уҡығандан һуң китапты урынына ҡуям.
25. Йоҡларға ятҡас, иртәгеһе көндө күҙ алдыма баҫтырырға тырышам, уны планлаштырам.
26. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәк.
27. Яуаплы эште башҡарыр алдынан план төҙөйөм.
28. Тыуған көндән һуң һауыт-һаба йыуыуҙы иртәгеһенә ҡалдырһаң да була, тип иҫәпләйем.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: