Һынамыш
27 Января 2025, 10:37

Һин тәүәккәлме?

Түбәндәге һорауҙарға яуап бир ҙә мәрәйҙәр ҡуйып сыҡ. 

Һин тәүәккәлме?Һин тәүәккәлме?
Һин тәүәккәлме?

1. Тышта йәмһеҙ һауа торошо булғанда урамға сыҡмай тороуҙы хуп күрәһеңме?
2. Һиңә бөгөн үк икенсе ҡалаға барып етергә кәрәк. Билеттар юҡ. Ниндәй булһа ла юл менән әмәлен табып, тәғәйенләнгән ваҡытҡа барып етә алырһыңмы?
3. Дуҫың ауырып китеп дауаханала ята. Янына индермәйҙәр. Биш минутҡа булһа ла күрешергә табиптан рөхсәт ала алаһыңмы?
4. Төн уртаһында ҡапыл иптәшең шылтыратып, килеп етеүеңде һорай. Барырғамы-юҡмы, тип оҙаҡ уйлаясаҡһыңмы?
5. Яҡын дуҫың яратҡан рәссамының күргәҙмәһенә эләгә алмай. Уға ярҙам итә алырһыңмы?
6. «Маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә ысулдарҙы ла ҡулланырға кәрәк» тигән фекер менән килешәһеңме?
7. Ауыр минуттарҙа иң яҡын кешеләреңә генә терәкһеңме?
8. Сит ҡалала бер үҙең булһаң, юғалып ҡалаһыңмы?
9. Таныштарың, аҡсаң, төндә ҡалырға урының булмаған хәлдә лә икенсе районға йәки ҡалаға сығып китә алаһыңмы?
Әгәр 2, 3, 5, 9-сы һорауҙарға – «эйе», 1, 4, 6, 7, 8-се һорауҙарға «юҡ» тип яуап бирһәң, берешәр мәрәй ҡуй. Кире осраҡта мәрәйҙәр яҙылмай.

3 мәрәйҙән кәмерәк йыйһаң, һин бөтөнләй тәүәккәл кеше түгел, тип әйтергә була. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫәһең. Иң ҙур хыялың йәки иң яҡын кешең өсөн дә уйланылмаған аҙымды яһамаясаҡһың.
3 – 6 мәрәй. Ғәҙәттә, һин һаҡ ҡыланаһың, тиктомалдан баш китерлек эштәр эшләмәйһең. Әммә яҡындарың өсөн барыһына ла әҙерһең.
6 мәрәйҙән күберәк. Ҡайһы ваҡыт бигерәк баш­һыҙланып китәһең түгелме? Һорамаһалар ҙа ярҙам итергә теләп, дуҫтарыңды уңайһыҙ хәлгә ҡуйғаның да бар. Төрлө хәл-ваҡиғаларға эләгеп, үҙеңә лә зыян килтереүең мөмкин бит.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас