Һынамыш
23 Мая 2025, 14:22

Ниндәй һөнәр һайларға?

Тиҙҙән ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ мәктәпте тамамлай. Хәҙер буласаҡ һөнәрҙәре серҙәренә төшөнөү өсөн урта һәм юғары белем биреү йорттарына уҡырға барасаҡ улар. Буласаҡ эште нисек яңылышмай ғына һайларға? Дуҫым, һинең хол­ҡоңдоң ҡайһы һыҙаттары уңышҡа булышлыҡ итәсәк? Һүрәттән бер ағасты һайла һәм яуабын ҡара, бәлки, ул һиңә йүнәлеш бирер.

Ниндәй һөнәр һайларға?Ниндәй һөнәр һайларға?
Ниндәй һөнәр һайларға?

1 – донъяны яҡшыртырға, камиллаштырырға теләйһең. Үҙеңә талапсанһың, барыһын да булдыра аласаҡһың.
2 – күберәк үҙеңде ҡайғыртаһың, шуға күрә буласаҡ эшең дә аҡсалы ғына булырға тейеш, тип иҫәпләйһең. Шулай ҙа коллегаларың һиңә таяна ала.
3 – бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк, тигән принципҡа таянып йәшәйһең. Кешеләр менән аралашыу, уларға ярҙам итеүгә нигеҙләнгән һөнәр һайлаһаң, уңырһың.
4 – ижади ҡарашлы икәнһең. Креатив фекерләйһең, фантазияға байһың, яңы идеялар һинән ағылып ҡына тора. Тимәк, һөнәрең дә ижадҡа бәйле булыр­ға тейеш.
5 – бер нимәгә ҡарамай, маҡсатыңа ынтылаһың. Стресҡа бирелеү һинеке түгел. Алға һәм алға ғына барырға тырышаһың.
6 – ныҡ яуаплы хеҙмәткәр буласаҡһың. Һиңә документ эштәрен ышанып тапшырырға була. Ярҙамға ла килергә әҙерһең.
7 – үҙ фекереңде гел яҡлайһың, артҡа сигенмәйһең. Бер ҙә арымайһың да. Коллектив өсөн янаһың. Етәксе урыны килешер.
8 – хәл-ваҡиғаны төрлө яҡтан анализлай белеүең эштә ныҡ ярҙам итәсәк. Физик эште яратмайһың, аҡыл менән алдыраһың.
9 – универсаль кеше икәнһең! Ҡыҙыҡһыныусанһың, ҡыйыуһың. Бер ниндәй эштән дә ҡурҡып тормайһың. Ниндәй өлкәгә саҡырһалар ҙа, үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтәсәкһең.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас