

1. Һин – төптән уйларға яратыусыларҙың береһе. Кешеләргә күрһәтмәһәң дә, һәр бер нәмәлә икеләнәһең. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны тулыһынса аңлап бөттөм, тиһәң дә, күңелеңдә барыбер ышанмаусанлыҡ тойғоһо ҡала. Тормош һиңә башватҡыс кеүек.
2. Ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡһыныуың, ҡарашың, сәйерлегең менән айырылып тораһың. Бөтә эште үҙеңсә башҡарырға яратаһың. Асыҡ йөҙлөһөң. Дуҫ-иштәреңдән бер нәмәне лә йәшермәйһең.
3. Кәйефең сәғәт һайын алмашынып тора. Сит кешеләрҙе генә түгел, хатта ҡайһы саҡта үҙеңде-үҙең аңламайһың. Маһайырға, күп һөйләргә яратмайһың. Нимәгә ышанаһың, шуны ғына һөйләйһең.
4. Тормош һине иркәләп кенә тормаған. Күп һынауҙар аша үткәнһең. Шулай булһа ла, күңелеңдә йөрөткән ауыр уйҙарҙы йөҙөңә сығармайһың. Был донъяла һәр ерҙә үҙ урыныңды табырға тырышыуың һоҡландыра.
5. Дәртең ташып тора, тиҙ ғашиҡ булыусанһың. Һәр бер һорауға, аҙымыңа тиҙ генә яуабың әҙер. Ныҡ һиҙгерһең. Нимәгәлер борсолғаныңды башҡаларға күрһәтмәйһең.
6. Асыҡ кешеһең. Ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһаң да, тәүәккәлһең. Һәр кем үҙ проблемаһын үҙе хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйһең. Кешеләргә ысын йөрәктән ярҙам итәһең.
7. Бик хислеһең, һиҙгерлегең дә бар. Бигүк әһәмиәте булмаған ваҡиғалар ҙа ныҡ тәьҫир ҡалдыра. Һине көлдөрөүе лә, илатыуы ла бик еңел. Ни тиклем нескә булыуыңды кешеләргә һиҙҙермәйһең.
8. Тулҡынланыуыңды, хафаланыуыңды йөҙөңә сығармайһың. Ғәҙелһеҙлек, михнәт күрһәң дә, үҙеңдә генә тотоуҙы хуп күрәһең. Һәр ваҡыт яҡшы тәьҫир ҡалдырырға, һәйбәт кеше булырға ынтылаһың. Был – тормошта иң мөһиме.
9. Сит кешеләрҙең күңелен яҡшы аңлайһың. Күп беләһең. Кешенең йөҙ-ҡиәфәтенән, тауышынан уның ниндәй икәнен әйтә алаһың. Алдағандарын да шунда уҡ һиҙәһең.
"Йәншишмә" гәзите.