+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
16 Февраль 2018, 15:55

«Нардуғанға кил, туған!»

Ауылыбыҙҙың «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы (мөдире – Айгөл Ишкилдина) үҙҙәренең тәрбиәүи эшендә электән милли уйындарға, йолаларға ҙур иғтибар бүлә. Етәкселектең, тәрбиәселәрҙең балаларҙы милли ерлектән айырмай, уларҙы тағы ла ҡыҙыҡһындырып, шул серле донъяға йәлеп итеүе маҡтауға лайыҡ. Күптән түгел ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе – Рәйлә Рәхмәтуллина), «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле (Рәйлә Ирназарова), «Хазина» ҡумыҙсылар ансамбле (Хафиза Баязитова) менән берлектә байтаҡ ваҡыт беҙҙең тирәлә инде онотолған, хәҙер ҡайтанан тергеҙеү, кескәйҙәрҙе йолаларыбыҙ менән таныштырыу ниәте менән «Нардуған» байрамын үткәрҙе. Ул – башҡорттар­ҙың ҡояшҡа арналған, йылына ике тапҡыр: ҡышҡы һәм йәйге селләлә уҙа торған байрамы.

Йола буйынса, күмәкләп бер «өй»гә, беҙҙең осраҡта, бер төркөмдөң залына йыйылып, балалар баҡсаһының музыка белгесе Хәлиҙә Баязитова етәкселегендә, өлкән төркөмдөң тәрбиәселәре Ғәмбәриә Усманова, Зөлфиә Хәйбуллина, Әғниә Ғизетдиноваларҙың ярҙамы менән кескәйҙәр халыҡ уйындарын уйнаны, малайҙар менән ҡыҙҙар ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтеште, йырланы, бейене. Бергәләп ҡояшҡа мөрәжәғәт иттеләр, ә тәрбиәселәр йомаҡ ҡойҙо.

Ағинәйҙәрҙең мандолинала уйнауы, ҡумыҙ сиртеүе, алғыштар әйтеүе байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Тәрбиәсе Лилиә Рәхмәтуллина ата-әсәләр ярҙамы менән ойошторған, артабан тулылана барасаҡ ыҡсым музей, Айгөл Баязитова әҙерләгән милли кейемдәр, биҙәүестәр тәрбиәүи эштә килә­сәктә лә хеҙмәт итәсәге көн кеүек асыҡ. Йәнә «Нардуған» байрамында шуныһы ла мөһим – һәр кем үҙе менән күстәнәс алып килә. Ағинәйҙәр мул уңыш, етеш тормош теләп, урындыҡҡа ҡурмас, талҡан, сәксәк ҡуйҙы, изге теләктәр әйтте, доға уҡыны. Көндөң оҙоная башлаған мәленә тура килгән сатлама һыуыҡ (Селлә бабай – Гөлиә Фәхретдинова) иғтибар үҙәгендә булды, сөнки боронғолар ошондай байрамдар тәбиғәт көстәрен ризалатыр өсөн үткәрелә, тип һанаған.

Аҙаҡ инде йола буйынса байрам урамда дауам итте. Саф һауала балалар халыҡ уйындарын уйнаны – арҡан тартышты, бер-береһен сана менән һөйрәтеп ярышты. Шулай ҙа иң ҡыуаныслыһы, моғайын, ат сана­һында йөрөү булғандыр. Уны атай кеше – Зәбир Хөшшәмов ойошторҙо. Ниндәй байрам сәй­һеҙ, тигәндәй, барыһы ла әсәй-өләсәйҙәр, тәрбиәселәр әҙерләгән тәмлекәстәр менән урамда һыйланды, ҡыштың һыуығын сигендереп, боҫ бөркөп ултырған эҫе самауыр сәйе эсеп кинәнде. Балаларҙың шат йөҙҙәрен күреп, уларҙың көндәлектә һирәк күренгән ҡурмас кеүек аҙыҡты яратып ашау­ҙарын, милли биҙәүестәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарауын күҙәтеп, был сараның бик әһәмиәтле булыуын аңлайһың.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы.
Читайте нас: