-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
15 Ноябрь 2019, 17:55

Баймаҡ районында – "Самауыр йыры" байрамы

Һәмән ауылында гөрләп "Самауыр йыры" тигән байрам үтте. Өҫтәлдәрҙәге төрлө самауырҙарҙың күплеге... Һәр береһе – үҙе бер тарих! Ошондай йөкмәткеле сараны ойоштороусы кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, Билал ауылының китапханасыһы Райхана Булатова.

Бик матур ярыш ойошторолдо. Йыйылған самауырҙар араһынан "Иң ҙур самауыр "номинацияһында Әлфиә Һибәтуллина еңеп сыҡты. Уға был еҙ самауыр ҡәйнәһе Мөнирә инәйҙән ҡомартҡы булып ҡалған. Самауыры тураһында инәй бына нимәләр һөйләп ҡалдырған: "1900 йылғы еҙ самауырҙы ваҡытында бер кәзәгә алмаштырып алдым. Кәзәнең бер һыйыр хаҡына торошло ваҡыты бар ине!" Шулай итеп, еҙ самауырға – 119 йәш!
"Иң бәләкәй самауыр" Әлфиә Йәрмөхәмәтованыҡы ине. Уның самауыры – Златоуст ҡалаһынан еңгәһе Ләлә менән ағаһы Ғүмәр Ғәлиндарҙан ҡалған ҡомартҡы. Ә "Ҡулдан – ҡулға" номинацияһында – еңеүсе 70 йәшлек Гөлшат апай Йәрмөхәмәтова.
Ә Әлифә апай Әминева бынан 37 йыл элек туйға төшкән самауырын алып килеп, "Бүләк самауыр" номинацияһында еңеүсе булды. Ошо уҡ номинацияла Зөлфиә апай Мәжитова ла бүләкләнде. Ә "Ҡомартҡы самауыр" номинацияһында – еңеүсе Фәимә апай Һибәтуллина.
Тағы ла бик күп самауырҙар өҫтәл биҙәге булды байрамда. Мәҫәлән: Айгөл Сафинаның, Райхана Булатованың, Фәриҙә инәй Асҡарованың, Нәйлә апай Хәлфетдинованың да самауырҙары матур ине.
– Әлеге байрамды үткәрергә ярҙам иткән бағымсы Айгөл Сафинаға ҙур рәхмәт, – тип ҡыуана Һәмән ауылы халҡы. Афарин, һәмәндәр!
Читайте нас: