+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Ноябрь 2019, 13:45

Ҡаҙ фестивале буласаҡ

30 ноябрҙә Өфө районы Фёдоровка ауылында ҙур байрам ойошторола

«Terra – Gussia» тип атала ул. Был фестивалдә халыҡ йолалары, «Ҡаҙ өмәһе» фольклор байрамы күрһәтеләсәк.
Халыҡты күргәҙмә-йәрминкә, театрлаштырылған концерт программаһы, ҡаҙҙар ярышы, фотозона көтә. Ҡаҙ итенән бешерелгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа ойошторола: ҡаҙ өсөн иң матур кейем, ҡаҙ мамығынан яһалған мендәр тыштары, темаға ярашлы балалар һүрәте... Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ. Конкурсҡа эштәр Фёдоровка ауылы, Ленин урамы, 50 адресы буйынса ҡабул ителә.
«Terra – Gussia» фестивале иртәнге сәғәт 10-да башлана. Үҙенсәлекле байрамға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: