+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Май 2020, 12:46

Америкала ла һабантуйҙар үтә

Һабантуйҙар элек-электән халҡыбыҙҙа үҙенә күрә күңел байрамы булған. Бер нисә айға һуҙылған ҡырыҫ ҡышты имен-аман сыҡҡас, ҡарҙан әрселгән яландарҙа һабан осоро башланған. Ул тамамланғас, был мөһим ваҡиғаны билдәләп, матур байрам ойошторолған.


Һабан байрамдарын республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә донъя буйынса ойоштороу изге йолаға әйләнеп бара. Америка Ҡушма Штаттарында, мәҫәлән, йыл һайын Нью-Йоркта, Лос-Анджелес­та, Сан-Францискола, Майамиҙа, Вашингтонда һәм башҡа ҡалаларҙа уҙғарыла. Уларҙы Бөтә донъя татар конгресы ойоштора. Был байрамдарҙа йыл һайын Татарстан Хөкүмәте вәкилдәре лә ҡатнаша. Һәммәһендә лә мотлаҡ рәүештә өс дәүләт – Татарстан, Башҡортостан һәм Америка Ҡушма Штаттарының байраҡтары элеүле тора. Был – уларға ихтирам билдәһе.

Мин Сан-Франциско һәм Вашингтонда үткәрелгән һабантуйҙарға махсус рәүештә барҙым. Унда башҡорт һәм татар милләттәре вәкилдәрен генә түгел, барыһын да ихлас күңел һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтарҙан ҡатнашыусылар күп булмаһа ла, улар үҙҙәрен бында ят итеп тоймай.

Һабантуйҙар төрлө күңелле ярыштар һәм концерт номер­ҙары менән аралашып бара. Һәүетемсә һөйләшеп йөрөгән кешеләрҙең дә талант эйәһе булғанлығына йәнә берҙе инанаһың. Матур итеп йырлаусылар ҙа, оҫта бейеүселәр ҙә табыла.

Ярыштарҙан иһә береһе лә ситтә ҡалмай. Тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү – барыһы ла илебеҙҙә үткәрелгән һабантуйҙарҙағы кеүек. Ярыштар, ғәҙәттә, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым ойошторола. Көстәр ҙә тигеҙ түгел бит инде.

Балалар барыһы ла был ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай. Кескәйҙәргә бында иғтибар ҙур. Уларҙың күбеһенең тыуған тупрағы Америка булһа ла, байтағы әсә телен белә булып сыҡты. Хатта белемен нығытыу өсөн йәй көндәрендә Рәсәйгә телде өйрәнеү өсөн махсуслаш­ҡан балалар лагерҙарына ла барып ҡайталар икән. Хупларлыҡ һәм һоҡланырлыҡ күренеш! Ә инде бында иң ҙур бүләк – ул аралашыу һәм һинең телең­де, ғөрөф-ғәҙәттәреңде аңлаған яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыу.

Ә инде Андрей Дринфильд туған телен юҡһыныусыларҙы бөтөнләй хайран итте. Урыҫ һәм инглиз телдәрендә генә һөйләшкән был йәһүд егете саф башҡорт телендә «Һин – минең һағыштарым» йырын башҡарҙы. Уның репертуарында тағы башҡа бик күп башҡорт һәм татар йырҙары ла бар.

Быйыл коронавирус арҡаһында һабантуйҙарҙы үткәреү кисектерелә. Артабанғы хәл-ваҡиғаларҙың нисек үҫешеүенә ҡарап, бөтөнләй ойошторолмауы ла бар. Ә бит был саралар – сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрҙең берләшеү байрамы ла. Шуға күрә лә донъялар именләнгәс, барыһы ла ҙур күтәренкелек менән милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү өсөн йәнә бергә йыйыласаҡ.

Фәниҙә ИСХАҠОВА.

Читайте нас: