+16 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Август 2020, 14:49
Ҡот ҡойоусы инәй
Халҡыбыҙҙа элек-электән ҡот ҡойоу йолаһы йәшәп килә. Ул беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған. Был халыҡ медицинаһы ысулы ныҡ ҡурҡҡан кешенең йәшәү көсөн ҡайтарыу өсөн ҡулланыла.
Донъя булғас, төрлө хәлдәргә тарыйһың. Ҡото осҡан кеше йән тыныслығын юғалта, төрлө нәмәгә шөбһәләнеп бара. Бындай осраҡта тиҙ арала ҡот ҡойоусыға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аллаға шөкөр, ауылдарҙа был ғәмәлде башҡара белеүсе инәйҙәр бар әле. Беҙҙең Ибрай ауылында, мәҫәлән, 87 йәшлек Нурия инәй Ҡыҙрасованы ла ҡот ҡойоусы булараҡ беләбеҙ.
– Мәрхүмә Хәмиҙә өләсәйем Туҡтамышева ҡот ҡоя торғайны. Ә мин уның юлын бына 10 йыллап дауам итәм. Ауылдан белгән кешеләр килә. Ҡурҡыуҙан да, балаларының телдәре тотлоғоуҙан да ҡот ҡойҙороусылар бар, – ти инәй.
Бындай имләү йолаһы нисек башҡарыламы? Инәй ҡурҡҡан кешене яулыҡ ябындырып ултырта. Унан аш сүмесенә аҙ ғына һыйыр майы йәки туңмай, ҡурғаш киҫәге һалып, утта иретә. Артабан ҡотсо инәй: «Бисмилләһир-рахманир-рәхим. Иҫән-һау шәбәйеп китергә яҙһын, ошо ҡотомдоң файҙаһы тейһен. Кил ҡотом, кил, шалтырап кил, ағын һыуҙан ағып кил», – тип һамаҡлай-һамаҡлай, изге доғаларҙы уҡый-уҡый, ошо иретмәне ҡот ҡойҙороусының баш өҫтөнә килтереп, йылымыс һыулы сеүәтәгә ҡоя. Ҡурғаш һыуға шыжлап ағып төшөп китә. Унда ниндәй һын сыға, кеше шунан ҡурҡҡан, тиҙәр.
– Ныҡ ҡурҡҡан булһа, шартлап тора. Эт, бысаҡ кеүек төрлө һындар сыға. Ҡурҡыу төшкәнсе, йөрәк һүрәте килеп сыҡҡансы ҡояһың. Нығыраҡ ҡото осҡан кешегә оҙағыраҡ ҡойорға тура килә. Ыңғайыраҡтарының бер-ике тапҡырҙа ҡурҡыуы төшә, – ти ҡот ҡойоусы.
Ҡурғаш йөрәк һыны булып сыҡҡас, Нурия инәй төшкән ҡотто кешенең үҙенә бирә. Сирле сеүәтәләге һыуҙы өҫ-башына, йөрәк тирәһенә һөртә.
– Ҡот ҡойғандан һуң кеше үҙендә еңеллек тоя, күңеле лә тынысланып ҡала. Һәйбәтерәк булһын өсөн был ғәмәлде өс тапҡыр башҡарыу кәңәш ителә, – ти инәй.
Г. РАМАҘАНОВА.
Ейәнсура районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән