+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
11 Декабрь 2020, 15:29

Ауылда – ҡаҙ өмәһе

Башҡорт халҡында күркәм байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Был көндө мин көтөп алам. Беҙ ғаиләбеҙ менән йыл һайын ауылға өләсәйемдәргә өмәгә ҡайтабыҙ. Егәрле кеше инде ул. Өләсәйем йыл да 20 – 25 ҡаҙ үҫтерә. Был эште бик яратып, бөтә тырышлығын биреп башҡара. Беренсе ҡар төшөү менән беҙҙе, үҙенең балаларын, күрше-тирәне, әхирәттәрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра.

Бына әле бөгөн дә ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡа. Өй эсе шау-гөр килә. Апайҙар бик уңғандар, үҙҙәре матур итеп йырларға ла өлгөрә. Аҙаҡтан ҡаҙҙарҙы йылғаға төшөп йыуҙылар. Өләсәйем уларҙың итенән бик тәмле итеп бәлеш бешерҙе.

Минең өсөн иң ҡыҙығы кис көнө була. Икенсе йылға ла ҡаҙ­ҙар уңһын өсөн беҙ, бала-сағалар, урам буйлап ҡаҙ ҡаурыйы таратып йөрөйбөҙ. Ә үҙебеҙҙең кейгән кейемебеҙгә ҡаҙ мамығы һы­рый. Өмәнән һуң өләсәйем мендәрҙәр яһай һәм уларҙы беҙгә бүләк итә.

Ошондай матур йола булғанға бик шатмын. Алдағы йылдарҙа ла ҡаҙ өмәләре гөрләп үтһен.

Диана ГРЕЧНИКОВА, II «Б» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп.
Читайте нас: