+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
8 Март 2021, 20:05

“Масленица” аҙнаһы башланды

Быйылғы "Масленица" аҙнаһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә башланып, 14 мартта тамамлана.

Был байрам бик борондан килә. Уны славяндар православие дине ҡабул ителгәнсе үк билдәләп үткәндәр. Тәбиғәт көстәренә, ел ваҡыттарына табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған.
Әлеге йола ете көн буйына байрам ителә. Аҙнаның һәр көнө исемләп бүленгән. Ә төп атрибуты – түңәрәк ҡоймаҡ. Ҡояш символы аҙна буйына бер ғаиләлә әҙерләнә. Байрам табыны айырыуса бай була. Унда бутҡа, бәлеш һәм, әлбиттә, ҡоймаҡ булырға тейеш. Етенсе көндө православие халҡы бер-береһенән ғәфү һорап, ҡунаҡҡа йөрөй һәм тәмле аштар менән һыйлана. Һуңынан күңелле аҙна 40 көнлөк Бөйөк пост менән алмашына.
Фото: zonatigra.ru
Читайте нас: