+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Март 2021, 13:15

Яҙ байрамы - Нәүрүз

Ата-бабаларыбыҙ элекке ваҡыттарҙа Ай һәм Ҡояш календары буйынса йәшәгән.

Яңы йылдың беренсе көнө, тип көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытын (ул 21 мартҡа тура килә) иҫәпләгәндәр. Беҙҙең халыҡта уны "Нәүрүз", тип атағандар. Был гүзәл байрам көнөндә кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр, йырлайҙар, бейейҙәр, рәхәтләнеп күңел асалар. Иң сибәр, иң уңған ҡыҙҙы Нәүрүзбикә итеп һайлап ҡуялар. Ул ҡыш бабай менән ярыша һәм еңеп сыға. Ана шул Ҡыш бабай ҡиәфәтендәге иҫке йыл ҡыуып ебәрелә. Был көндө самауыр куйыла, тәмле ҡоймаҡтар бешерелә, һыйҙан бар ҡунаҡтар ҙа ауыҙ итә.
Көн менән төн бил алышыр ваҡыт етә,
Илай-илай ҡышҡы юлдар ағып китә.
Нәүрүз килә! Ил-йортома Нәүрүз килә!
Көлтә-көлтә шатлыҡ сәсеп, ҡояш көлә.
Фото: culture.ru
Читайте нас: