+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
20 Апрель 2021, 11:57

"Ҡар һыуы, ҡар һыуы, баҫа йөрәк ярһыуын"

"Тышта яҙ, күңелдәрҙә лә яҙ", тип йырлар мәл етте. Нәҡ ошо ваҡытта "Ҡар һыуына барыу" йолаһын үткәрәләр. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә сәхнәләштерәләр. Ә беҙҙең ошо матур байрамды Культура.РФ порталында ҡарарға мөмкинлегебеҙ бар! Иртәгә, 21 апрель, киске 17.00 сәғәттә Бөрйән районы Брәтәк ауылы мәҙәниәт йорто үткәрәсәк "Күңелдәрҙә яҙ" тигән сараны онлайн режимда күҙәтә аласаҡбыҙ.

Программала ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, "Ҡар һыуына барыу" йолаһы, күмәкләп сәй эсеү. Ҡарайбыҙмы?
Фото: Cулпан Юлдашева.
Читайте нас: