+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
21 Ноябрь 2021, 10:00

"Ҡорама ҡорау" байрамына йыйылдыҡ

Үҙебеҙҙең «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының «Сулпылар» төркөмө балалары менән «Ҡорама ҡорау» байрамы үткәрҙек.

"Ҡорама ҡорау" байрамына йыйылдыҡ
"Ҡорама ҡорау" байрамына йыйылдыҡ

Башҡорт халҡының боронғо кәсебе менән таныштырҙыҡ. Хәҙер был зауыҡлы, сағыу әйберҙәр: буй юрғандар, яҫтыҡ-мендәрҙәр, урындыҡ, ултырғыс япмалары бик һирәк ғаиләләрҙә генә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Заман әсәйҙәренә был мәшәҡәтле, ижади ҡомар талап ителгән эш төрө бик оҡшаһа ла, ваҡыт етмәү сәбәпле, бигүк шөғөлләнә алмайҙар. Ә беҙ, тәрбиәселәр – мин, Әлфирә Барый ҡыҙы Вахитова һәм музыка етәксеһе Гөлсәсәк Айҙар ҡыҙы Хәйруллина уны балаларҙа ҡорама ҡорау тарихына, боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кәсебенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, матурлыҡты күрә һәм тоя белеү маҡсатында ойошторҙоҡ.
Кескәйҙәр өйҙән төрлө төҫтәге ҡорама һәм шулай уҡ әҙер әйберҙәр ҙә алып килде. Тәрбиәселәр уларҙы ҡасан һәм ни өсөн тегә башлауҙары тураһында һөйләне. Балалар ҡораманы ҡайҙан алырға, ниндәй төҫтәргә һәм биҙәктәргә иғтибар итергә кәрәклеге тураһында ла белешмә алды. Баҡтиһәң, аҡһыл төҫтәрҙәгеһен үтә ҡулланмағандар.
Байрам йыр-бейеүҙәр, төрлө бәйгеләргә бай тамашаға әүерелде. Балалар «Орсоҡ», «Самауыр» уйындарында ихлас ҡатнашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ-ара таҡмаҡ әйтеп ярышты. Ҡыҙҙарҙың «Сулпылар», «Ҡулъяулыҡтар» һәм шаян «Самауыр» бейеүҙәре лә байрамыбыҙҙы биҙәне.
Балалар баҡсаһында был байрамды үткәреү бик тә мөһим. Беренсенән, беҙ быуындар бәйләнешен нығытһаҡ, икенсенән, әсәйҙәрҙең ваҡыты юҡлыҡтан булышмаған кәсеп урынына барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырабыҙ. Һәм, әлбиттә, коллектив хеҙмәт өлгөһө менән таныштырабыҙ. Башҡорт халҡының был кәсебе онотолмаһын, үҫешһен, яңылыҡтар менән байыһын. Беҙҙең маҡсат шул.

Лилиә СЫҢҒЫҘОВА.
Өфө районы, Шамонин ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: