+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Ғинуар 2022, 14:15

"Ҡаҙ өмәһе" үткәрҙеләр

Башҡорт халҡында матур йолаға әйләнгән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – «Ҡаҙ өмәһе».

"Ҡаҙ өмәһе" үткәрҙеләр
"Ҡаҙ өмәһе" үткәрҙеләр

Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә ҙур булып үҫәләр. Шул ваҡытта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен өмәгә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡа. Ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тырыша. Ҡаҙ өмәһендә кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.
Шунан инде ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йылғаға йәки күлгә барып йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.
«Ҡаҙ өмәһе»н Фәйзулла Солтанов исемендәге Иҫәнғол мәктәбенең IV «Б» синыфы уҡыусылары ла үткәрҙе. Улар күңелле йыр­ҙар йырлап, уйындар уйнап, бейеүҙәр бейеп, йылға буйына барып, ҡаҙҙар­ҙы йыуып – урыны-шартына килтереп ойошторҙо был байрамды. Атай-әсәйҙәр, өләсәйҙәр балаларҙың сығыштарын ҡыуанып-шатланып ҡарап ултырҙы. Дүртенселәр ныҡлы әҙерләнгәйне. Һоҡландырҙылар, үҙҙәрен маҡтаған һайын маҡтағы килә.
Матур байрам күрһәтте дүртенселәр. Үҙебеҙҙе ысын ҡаҙ өмәһендә ҡатнашҡан кеүек хис иттек. Йолаларыбыҙҙы онотмайыҡ, уларҙы балаларыбыҙ белеп үҫһен.

Ләйсән АҘНАБАЕВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: