-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
7 Апрель 2022, 09:40

"Ҡарға бутҡаһы"

"Ҡарға бутҡаһы" – яҙғы байрамдарҙың береһе. Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта, тип иҫәпләгән. Шуға улар хөрмәтенә "Ҡарға бутҡаһы" байрамы ойошторғандар. Уны яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар. Сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ҡайтарыуға ҡайтып ҡалған.

"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"

Был йола, әлбиттә, бер аҙ үҙгәртелеп, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған. Бындай саралар милли йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уята, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй.
Ошо матур  йоланы дауам итеп,  Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында ла "Ҡарға бутҡаһы" фольклор байрамы уҙған. Ул Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы айҡанлы ойошторола.  Байрам сараһы матур шиғырҙар, сәхнәләштерелгән йыр-моң менән үрелеп бара. "Бал ҡорттары", "Ҡояшҡай", "Тамсыҡайҙар" төркөмдәренең кескәйҙәре "Тирмә", "Йәшерәм яулыҡ", "Таҡыя" уйындарында үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәткән. Байрамға ҡунаҡҡа килгән өләсәй ямғырҙарҙың яуып тороуын, уңыштарҙың мул булыуын теләп, доға уҡыған. Тәмле итеп бутҡа бешереп, йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ һәм мул уңыштар булһын, тигән теләк теләп,уны – ергә, һыу бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен, тигән  икенсе теләк теләп,уныһын – һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен, тип теләгән өсөнсө тәрилкәне һауаға атап, шунан  ғына бутҡаны табындағыларға таратҡандар. Ә таралышҡанда инде: "Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ  ямғырҙар!" – тип әйтеп, ҡалған ризыҡты ҡоштарға һалып сыҡҡандар.

“Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала”, – тип сараны тамамлай ейәнсуралар.  

#Башҡормәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы

Фото: Ләйсән Хөсәйенова.

"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: