+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Май 2022, 16:05

Эх, тәмле шул самауыр сәйҙәре!

Сәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның сифаты һәм үҙенсәлеген һанап бөткөһөҙ.

Сәй тураһында һәм уға ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр: сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй — Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе. Уның — ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы. Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышып тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Бына шундай тәмле ул! Бигерәк тә, самауырҙа ҡайнаған сәй — иң тәмлеһе!

Һағынам шундай күмәкләшеп, күңелле итеп сәй эскән мәлдәрҙе…

Фото:sun9-49.userapi.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: